Разработка урока в 4 классе

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Дәрестең темаһы: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ.

Маҡсат: 1. Һаулыҡ темаһын дөйөмләштереп, нығытыу, үтелгән материалды ҡабатлау.

2. Телмәр, иғтибар, логик фекерләүҙе үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.

3. Һаулыҡтың, шәхси гигиена талаптарын үтәүҙең мөһим икәнен төшөндөрөү.

Йыһазландырыу: Дәреслек, мультимедиа проекторы, экран, карточкалар, "Һаулыҡ" темаһына ҡағылышлы һүрәттәр, электрон варианта слайдтар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.

Ҡцңғырау шылтыраны.

Ултырайыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

Кәйефтәрегеҙ нисек? Ауырымайһығыҙмы?

Бик яҡшы. Экранға ҡарағыҙ әле. Күнегеүҙәр ярҙамында телебеҙҙе шымартып алайыҡ.

1-се слайд. ҙо, ҙо, ҙо - Гөлшат бөгөн иртә торҙо,

ты, ты, ты - Сәсен үреп, таҫма таҡты.

ҙы, ҙы, ҙы - Ҡулын, битен, тешен йыуҙы,

ны, ны, ны - һәм гимнастика яһаны.

Уҡыусы уҡып сыға, тәржемә иткәс, - бергәләп уҡыу,

-ҡыҙҙар уҡый,

-малайҙар уҡы.

2. Төп өлөш. Таҡталағы яҙыуға иғтибар йүнәлтеү.

Дрестең девизы. "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ".

  • Һеҙ уны нисек аңлайһығыҙ? Уҡыусылар яуап бирә.

  • Балалар, һеҙ үткәндәрестәрҙә "Кем көслө?", "Дарыуҙар" хикәйәһенең йөкмәткеһен бик яҡшы үҙләштерҙегеҙ. Шәхси гигиена талаптарын да беләһегеҙ. Шуға күрә беҙ бөгөн күмәкләп сәйәхәткә сығабыҙ. Белемдәрегеҙҙе, бәлки, һынап ҡараусылар ҙа табылыр тип уйлайым. Һеҙ әҙерһегеҙме юлға? Уҡыусылар яуап бирә.

  • Күҙҙәрҙе йомоп, тылсымлы һүҙҙәр ҡабатлайыҡ әле.

2-се слайд. Ап-аҡ болоттар өҫтөндә

Уйнаҡлап йөрөй ҡолон.

Хәҙер күҙҙемде йомам,

Алдымда - йәшел болон.

  • Ҡарағыҙ әле, ниндәй яҙыу бар бында.

1-се туҡталыш - "Һыу, һауа, ҡояш". Беҙҙе хикәйәләге малай Марат ҡаршылай түгелме? Марат ролендә бер уҡыусы һорауҙар бирә.

-Мин ни өсөн ауырып киттем?

-Ниндәй микробтар эйәрҙе миңә?

-Хикәйәнең аҙағы нисек?

Уҡыусылар яуап бирә - Кешене һыу, һауа, ҡояш сыныҡтыра. Һаулыҡты нисек нығытыу тураһында фекер алышалар. Һүрәттәр ҡарайҙар.

Марат киләһе туҡталышҡа оҙатып, уҡыусыларға яҡшы теләктәр теләп ҡала. Алда аҡ халат кейгән шәфҡәт туташы күренә. Ул яҙыу тотҡан.

"Нимә ул прививка?" 2-се туҡталышҡа ла килеп еттегеҙ, мин һеҙҙе түҙемһеҙлек менән көтә инем. Һорауҙар бирә. Ул прививка, уның мөһимлеген аңлата. Һаулыҡ теләп, оҙатып ҡала.

Ял минуты. Музыка тыңлап, хис-тойғоға бирелеп, ял итеп алыу.

3-сө туҡталышҡа еткәс, юлда балалар йыуғыс, һабын табып алалар.

Мойдодыр, Айболит кеүек әкиәт геройҙарын осратып, нимә булыуын һорашып беләләр. Мәктәпкә йыуынмай йөрөгән балалар булыуына бик борсолалар икән улар. Шәхси гигиена тураһында фекер алышыу. Уҡылған хикәйәләрҙән миҫалдар килтерәләр. Дәреслектән уҡып, шәхси гигиенаның мөһим ролен билдәләйҙәр. Сәләмәтлек тигән яңыһүҙ ишетәләр. Уны хәтерҙә ҡалдырыу өсөн, әкиәт геройҙары уҡыусыларҙы 4-се туҡталышҡа оҙаталар. "Һау-сәләмәт булыу - үҙе бәхет" тигән юлдарҙыуҡып, тәржемә итәләр. Чиполлино пәйҙә була. Ул йәшелсә-емеш, һуған, һарымһаҡтың һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын аңлата. Микробтар кеше сәләмәтлеге өсөн бик зарарлы икәнлеген төшөндөрә. Уҡыусылар синквейн төҙөп, сәләмәтлек һүҙен нығытып ҡуялар.

1.Һаулыҡ.

2.Ныҡлы һаулыҡ.

3.Мин һау-сәләмәт бала.

4.Нығытыу, һаҡлау, сыныҡтырыу.

5.Сәләмәтлек.

3. Йомғаҡлау. Уҡыусылар тылсымлы һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар. Сәйәхәткә йомғаҡ яһала.

- Хәҙер минең арттан шым ғына ҡабатлағыҙ.

- "Һаулығымды нығытыу өҫтөндә даими эшләйәсәкмен. Мин - һау-сәләмәт бала". Баһалау. Йомғаҡлау.

Өйгә эш. Бөгөнгө дәрес-сәйәхәттә иҫтә ҡалған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе ата-әсәләргә, дуҫ-иштәргәеткерергә. Һаулыҡҡа ҡағылышлы мәҡәлдәр - әйтемдәр табып килтерергә.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.Дәреслек. Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшенә. башҡорт теле, Өфө, 2008

2.Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр, З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаева,Өфө, 2006.

3.Мәктәпкә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Р.Ғ.Аҙнағолов, Өфө, 2011

4."Башҡортостан уҡытыусыһы", 2010, №4, 115.

5.Методик ҡулланма. Ял минуты өсөн күнегеүҙәр, Өфө, 2008







если материал вам не подходит, воспользуйтесь поиском
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал